Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль , 16:10

Күршеләр Ишембайҙа булды

Силәбе өлкәһенән беҙгә рәсми делегация килгәйне. Төркөмдөң бер өлөшө республиканың экологик объекттары менән дә танышты.

Күршеләр Ишембайҙа булды
Күршеләр Ишембайҙа булды

Силәбе өлкәһе губернаторы урынбаҫары Александр Козлов менән экология министры Игорь Гилев Ишембай ҡалаһына барып, ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу комплексы эшмәкәрлеге менән танышты.

Әле унда компостлау майҙансығы төҙөлөшө тамамлана.

Ҡунаҡтарҙы шулай уҡ Торатауға ла алып барҙылар. Уникаль тәбиғи байлыҡ булған шихан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

фото: национальныепроекты.рф

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас