Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль , 15:00

А витаминының организмға файҙаһы

Ул айырым органдарҙың  һәм системаларҙың эшмәкәрлеге өсөн бик мөһим, шулай уҡ ҡайһы бер ауырыуҙарҙың үҫешенә юл ҡуймай.

А витаминының организмға файҙаһы
А витаминының организмға файҙаһы

 

  1. Күҙҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлай. А витамины родопсин молекулаһының мөһим өлөшө һанала, күҙҙең селтәрле ҡабығына  яҡтылыҡ төшһә, ул әүҙемләшә һәм мейегә сигнал ебәрә. Шуның һөҙөмтәһендә беҙ күрәбеҙ.
  2. Иммуниетты нығыта. Иммун системаһының ҡайһы бер функциялары А витамины күләменә бәйле.  Ул  төрлө ауырыуҙан һаҡлай.  Уларға яман шеш, аутоиммун сирҙәр, киҙеү һәм  ОРЗИ инә.
  3. Тиренең сәләмәтлеген нығыта. Был элементтың тирегә йоғонтоһо мөғжизәгә тиң. Ул коллаген етештереүҙе көйләүгә һәләтле, һөҙөмтәлә тиренең һығылмалылығы арта,   йомшарып, һәленеп төшмәй.  Икенсенән, А витамины гиалурон кислотаһы бүленеп сығыуҙы  көйләй. Һөҙөмтәлә тире ҡатламы эстән, әйтерһең дә, тере һыу менән  тулылана.  Бынан тыш, ретинол организмды ирекле радикалдарҙың емерткес йоғонтоһонан һаҡлай. Был иһә тиренең ҡартайыуына тотҡарлыҡ яһай.
  4. Яман шеште киҫәтә. Ретинол кислотаһы күҙәнәктәрҙең дөрөҫ үҫеше һәм бүленеше  өсөн үтә лә мөһим. Ғилми тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә,  яман шеште дауалауҙа файҙаһы бар.
  5. Ҡояшҡа ҡыҙыныу өсөн кәрәк. Тәнегеҙҙең һоп-һоро булып  ҡояшҡа яныуын теләһәгеҙ, туҡланыу рационында А витаминына бай аҙыҡтар булырға тейеш. Йәки  пляжға барыр алдынан бер стакан кишер һуты эсеү ҙә етә.
  6. Керпектәр матурлығын тәьмин итеүсе эликсир. Был элемент сәскә һәм керпектәргә өҫтәмә һығылмалылыҡ бирә, шунлыҡтан улар нығыраҡ та була.
Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас