Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль , 16:00

Яҙмыштарҙан риза булайыҡ

Бисмилла, тип иртән таң атҡаста Рәхмәт әйтеп доға ҡылайыҡ. Һөйөндөрөп, бер аҙ көйҙөрһә лә Яҙмыштарҙан риза булайыҡ.

Яҙмыштарҙан риза булайыҡЯҙмыштарҙан риза булайыҡ
Яҙмыштарҙан риза булайыҡ

Бер-бер артлы һынау килгәндә лә,
Башты эймәй тура атлайыҡ.
Һәр кисергән әрнеү- ғазаптарҙан,
Яҙмыштарҙан риза булайыҡ.

 

Шөкөр, Хоҙай беҙгә ғүмер биргән,
Һаулыҡ биргән, шуны һаҡлайыҡ.
Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай тиҙәр
Булғанына риза булайыҡ.

 

Гөлшат Дәүләтшина

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас