Тап шулмы түгелме-икәнен тикшереү өсөн уның өҫтөнә йод һөртөп ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә аҡ таптары ҡарая икән, тимәк диагноз дөрөҫ. Дауалау өсөн тоҙ кислотаһы (7 – 8 процентлы) һәм натрий сульфаты (30 – 33 процентлы) кәрәк була. Иң тәүҙә зарар күргән урындарға тоҙ кислотаһы һөртөргә, ул кипкәс – натрий сульфатын. Был процедураны көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатларға тура килер һәм таптар бер нисә көн эсендә юҡҡа сығыр.
Әйткәндәй, был сир эске кейем һәм йыуыныу әйберҙәре аша ла тарала.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.