Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраля , 13:19

Таныш булығыҙ - тағы бер ришүәтсе!

Силәгенә күрә ҡапҡасы: ирҙең ҡатыны ла ришүәт схемаһында ҡатнашҡан.

Таныш булығыҙ - тағы бер ришүәтсе!Таныш булығыҙ - тағы бер ришүәтсе!
Таныш булығыҙ - тағы бер ришүәтсе!

 

Тәфтиш органдары БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы начальнигына ҙур һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләү белдерҙе.

Тәфтиш версияһы буйынса, фигурант 2018 йылдан 2022 йылға тиклем нефть химияһы заводы вәкиленән дөйөм ҡурсалау һәм тикшереүҙәр тураһында иҫкәртеү өсөн 1,7 миллион һумдан ашыу аҡса ала. Аҡса ғәйепләнеүсенең ҡатынына эш хаҡы сифатында тапшырыла, ул аффилирланған коммерция ойошмаһында фиктив эшкә урынлаша.

Бынан тыш, 2020-2021 йылдарҙа ул Стәрлетамаҡ районында тирә-яҡ мөхитте бысратыу буйынса тикшереүҙәр үткәрмәгән өсөн коммерция фирмаһын ойоштороусынан 90 мең һум ришүәт алған. Түләүҙәр шулай уҡ фигуранттың ҡатынының банк картаһына килә.

Ғәйепләнеүсенең енәйәт эшмәкәрлеге факттары Тәфтиш комитеты тәфтишселәре һәм республика Эске эштәр министрлығы оперативниктарының берлектәге эше барышында асыҡланған.

Фигуранттың эш һәм йәшәү урынын тентеү барышында телефондар һәм енәйәт эше өсөн мөһим булған кәрәкле документация тартып алына. Тәфтишсенең үтенесе буйынса ғәйепләнеүсегә суд тарафынан һаҡ аҫтына алыу сараһы һайлана.

Дәлилдәр базаһын йыйыуға һәм нығытыуға йүнәлтелгән кәрәкле тикшереү эштәре дауам итә.

Фото: БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас