Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраля , 05:55

Стәрлетамаҡта "Ҡара күк" режимы индерелде

Ул бөгөн иртәнге сәғәттәрҙән киске 8-гә тиклем дауам итәсәк. Был ваҡытта  урамда тын алырға ярамай.

Стәрлетамаҡта "Ҡара күк" режимы индерелдеСтәрлетамаҡта "Ҡара күк" режимы индерелде
Стәрлетамаҡта "Ҡара күк" режимы индерелде

Стәрлетамаҡта, көн торошоноң елһеҙ булыуы сәбәпле, махсус режим иғлан ителде. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сикләү саралары 27 марттан индерелде.

«Ҡара күк» режимы атмосферала зарарлы матдәләр концентрацияһына булышлыҡ иткән һауа торошо күренештәре барлыҡҡа килһә индерелә. Был айырыуса төҙөлөш тығыҙлығы юғары булған сәнәғәт ҡалалары өсөн актуаль. Сөнки унда предприятиеларҙың ташландыҡтары һәм автомобиль газдары  экологияға насар йоғонто яһай.

Сикләүҙең икенсе дәрәжәһен индергәндә сәнәғәт предприятиелары тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү буйынса саралар күрергә тейеш.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас