Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль , 15:05

Ғилми-популяр турға сыҡ

Башҡортостан, Түбәнге Новгород һәм Новосибирск өлкәләре араһында тәүге төбәк-ара турҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Ғилми-популяр турға сыҡ
Ғилми-популяр турға сыҡ
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Киләсәк технологиялары форумы үтте. Ундағы сараларҙың береһендә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр төбәк-ара ғилми-популяр маршрут асыу буйынса килешеү төҙөлдө.
"Төбәк-ара ғилми экспресс" стартҡа әҙер.
Ун көнлөк турҙа өс төбәктең заманса лабораториялары, ҙур сәнәғәт предприятиелары, технопарктар, тикрешенеү үҙәктәре менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ.
Әйткәндәй, ундай маршруттар илебеҙҙең 32 төбәгендә эшләнгән. Беҙҙең тур иһә Евразия ғилми-мәғариф үҙәге башланғысы менән барлыҡҡа килгән. Рәсәйҙә беренсе булып эшләйәсәк.
Йәш быуынға бик файҙалы буласағы көн кеүек асыҡ.
 
Фото: АНО "Управляущая компания НОЦ РБ", Контента | Инфоповод
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас