Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль , 14:54

Иҫән-һау ғына табылһындар инде!

Өфөнән биш турист Пермь крайында юғалған. Дүртенсе көн уларҙан бер хәбәр ҙә юҡ. Машиналары ғына етемһерәп ултырып ҡалған...

Иҫән-һау ғына табылһындар инде!
Иҫән-һау ғына табылһындар инде!

Mash мәғлүмәттәре буйынса, төркөм Өфөнән Красновишер районының Золотанка ауылына машиналарҙа килгән.

Улар 20 февралдә, үткән йомала, сығып киткән. 24-е кире ҡайтырға тейеш булалар. Туристар Кваркуш платоһына күтәрелә һәм бәйләнештән юғала, машиналары улар ҡалдырған урында тора. Юғалғандарҙы ирекмәндәр эҙләй. Төркөм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында теркәлмәгән.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@mash_batash

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас