Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль , 15:36

Хөкөм ҡарары сығарылды

Кемдәлер резина фатир булһа, кемдәлер резина кеҫә була: "Маштехресурстар" директоры һәм уның элекке урынбаҫары 2015 йылдан алып 2022 йылға тиклемге осорҙа "долгострой"ҙан фатир һатып алған кешеләр иҫәбенә 548 миллион һумды үҙҙәренә "һыйҙырған".

Хөкөм ҡарары сығарылды
Хөкөм ҡарары сығарылды

Өфөлә «Маштехресурстар «Төбәк-ара сауҙа-сәнәғәт компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ике элекке етәксеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.

Октябрьский район суды билдәләүенсә, 2015 йылдың апреленән 2022 йылдың июненә тиклем ғәйепләнеүселәр «Первомайский» торлаҡ комплексында фатирҙар, офис биналары һәм ер аҫты автостоянкалары һатып алырға тәҡдим итеп, граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең аҡсаһын йәлеп итеүҙе ойоштора. Ғәйепләнеүселәр өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙан дөйөм алғанда 548 миллион һумдан ашыу аҡса ала, улар менән үҙ ҡарамағына ярашлы идара итә. Эш буйынса 265 граждан зыян күргән тип таныла. Суд ҡарары менән ғәйепләнеүселәр ғәйепле тип табыла, уларға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 3 йыл 6 ай һәм 5 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһы тәғәйенләнә. 600 мең һум һәм 800 мең һум күләмендә штраф һалына. Шулай уҡ зыян күреүселәрҙең һәр береһенә 100 мең һум күләмендә рухи зыянды компенсациялау буйынса гражданлыҡ дәғүәләре өлөшләтә ҡәнәғәтләндерелә. Ғәйепләнеүселәр суд залында һаҡ аҫтына алынған. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә әле инмәгән.

Фото һәм видео: https://web.telegram.org/k/#@opsrb

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас