Депутаттар 2025 йылға Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡ тәртибе торошо һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәләре тураһында Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрының отчетын һәм 2025 йылда Башҡортостан Республикаһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен үтәү тураһында Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең докладын тыңланы. Уның буйынса фекер алышыу булды.
Көн тәртибенә 40-тан ашыу мәсьәлә индерелгән. Уларҙың күп өлөшө республика закондары проекттарын тикшереүгә бәйле.
Эске эштәр министры Александр Воронежскийҙың докладын тыңлағандан һуң, шул билдәле булды: былтырғы һөҙәмтәләр күрһәтеүенсә, дөйөм енәйәтселек кәмегән, полиция хеҙмәткәрҙәре 20,5 мең енәйәтте асыҡлаған, профилактика мәсьәләһе лә әүҙемләшә.
Александр Воронежский әйтеүенсә, йәштәр һәм уҡыусылар араһында кире ҡылыҡтарҙы иҫкәртеү буйынса эштәр ҙә мөһим урында тора.
Радий Хәбиров мәктәптәрҙә һаҡты көсәйтеү тураһында ла әйтеп үтте һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың һөҙөмтәле эшенә баһа бирҙе.
- Республика артабан да полиция хеҙмәткәрҙәренә бөтә йүнәлештә булышлыҡ итәсәк, - тине БР Башлығы.
Фото: автор һәм Азат Мөхәмәтйәнов фотолары.
Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ: