Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль , 05:09

Балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыу – ҙур бәхет!

“Теләктәр шыршыһы” акцияһынан тағы бер изге эш: ”Рус баҡыр компанияһы”ның ирекмәндәр үҙәге һәм “Салауат” йәмғиәте Рауил ауылынан ишле ғаиләне ҡотланы.

Балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыу – ҙур бәхет!Балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыу – ҙур бәхет!
Балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыу – ҙур бәхет!

”Урал көсө” ирекмәндәр үҙәге менән “Салауат” йәмғиәте Әбйәлил районының Рауил ауылындағы Мәхмүтовтар ғаиләһенең Яңы йыл хыялдарын ғәмәлгә ашырҙы. Федераль акция буйынса балаларға бүләкте йәмғиәттең генераль директоры Таһир Бәхтигәрәев шәхсән үҙе тапшырҙы.

Һигеҙенсе класс уҡыусыһы Илназ профессиональ видеокамера алһа, һеңлеһе Алтынай – өрөп тултырмалы ҙур бассейн, бәләкәс ҡустылары Искәндәр радиоидаралы уйынсыҡ йөк машинаһы алып шатланды. Ғаилә ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршыланы. Хужабикә Фәрҙәнә Мәхмүтова бишбармаҡ бешергән.

– Ваҡыт табып килгәнегеҙгә, бүләктәр менән балаларымды ҡыуандырғанығыҙға рәхмәт! Бик ҡәнәғәтбеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Яҡшылыҡтарығыҙ сауап булып ҡайтһын, бигерәк тә ошо рамаҙан айында, – тине әсә.

Әйткәндәй, был “РМК” ирекмәндәр үҙәгенең республикалағы тәүге ҙур башланғысы түгел. Яңы йыл алдынан Өфө, Сибай ҡалаларында, Асҡар ауылында йәшәүсе балаларға ике мең татлы бүләк тапшырылған.

Белешмә: “Рус баҡыр компанияһы” – Башҡортостандың Әбйәлил районында инвестиция проектын ғәмәлгә ашырған “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең партнеры.

“Теләктәр шыршыһы” – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың, етемдәрҙең, әҙ тәьмин ителгән ғаиләлә үҫкән балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итеүсе федераль проект. Теләгән һәр кем йыл дауамында бала хыялын ысын итә ала.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас