Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Февраль , 11:00

«Алтын гаишник» МХО-ға юллана!

БР буйынса  ЮХХДИ-ның район-ара теркәү-имтихан бүлегенең элекке начальнигы Илдус Шәйбәков махсус операция зонаһына барырға теләк белдергән.

«Алтын гаишник» МХО-ға юллана!
«Алтын гаишник» МХО-ға юллана!

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Орджоникидзе суды экс-гаишникты 18 йылға иркенән мәхрүм итеп ҡаты режимлы колонияға ебәреү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы. Әммә Шәйбәков контрактҡа ҡул ҡуйырға ҡарар итә.

 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ғәйепләнеүселәр һәм хөкөм ителгәндәр бындай хоҡуҡҡа эйә. Әгәр улар ғәйебен ошо рәүешле юйырға теләһә, МХО-ға барып, Ватанға тоғролоғон иҫбатлай ала. Контракт тамамланғандан һуң, енәйәт эше туҡтатыла, йәки, әгәр һүҙ хөкөм ителгән кеше тураһында барһа, суд ярлыҡау һәм реабилитация тураһында ҡарар ҡабул итә.

Илдус Хәниф улы фронтта рядовой һалдат булып хеҙмәт итәсәк – суд уны полиция подполковнигы званиеһынан мәхрүм итте. Илдус Шәйбәков Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһында енәйәтсел берләшмә ойошторған өсөн 18 йылға иркенән мәхрүм ителде. Ул, район-ара теркәү-имтихан бүлеге начальнигы булараҡ, үҙенең ете хеҙмәткәрен енәйәтсел төркөмгә йәлеп итә. Улар водитель танытмаларын һатыу менән булыша.  Танытмаларҙы 15–40 мең һумдан һаталар. Түләү ҡулаҡса менән дә, ҡулаҡсаһыҙ ҙа, шул иҫәптән полиция хеҙмәткәрҙәренең туғандарының банк карталарына күсерелә. Тәфтишселәр бөтәһе 1,3 миллион һумға яҡын суммаға ришүәт алыуҙың 55 фактын асыҡлай һәм иҫбатлай.

 Илдус Шәйбәковтың балаларына һәм ҡәйнәһенә яҙылған 45 миллион һумлыҡ мөлкәтен арестҡа алалар.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас