

Бөгөн телеграмм-каналдарҙа 18,5 йылға хөкөм ителгән Илдус Шәйбәковтың контракт төҙөп махсус хәрби операцияһына юлланырға йыйыныуы хаҡында мәғлүмәт таралды.
Адвокат Игорь Ғатауллин журналистар менән әңгәмәлә Шәйбәковтың бындай пландары булыуын белмәүен белдерҙе. Ул, шулай уҡ, МХО-ға күсереү процесы ҡатмарлы һәм оҙайлы, тип билдәләне.
Адвокат Шәйбәковтың хөкөм ҡарары менән риза булмауын һәм ялыу бирергә ниәтләүен дә хәбәр итте.