+22 °С
Ямғыр
Үтеп барыусы ир юғалып ҡалмаған: салонда кеше бармы-юҡмы икәнлеген ҡарарға булған. Автомобиль эсендә аңын юғалтҡан ирҙе күреп, янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе уны һөйрәп сығарған. Ҡотҡарылған 39 йәшлек ирҙе ауыр хәлдә Белорет дауаханаһына оҙатҡандар. Ваҡиға урынына килеп еткән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғынды һүндергән.