Ҡаҙыу эштәре 2025 йылдың авгусында Белоруссияның Витебск өлкәһендә үтә. Экспедицияла 50-гә яҡын кеше – эҙләүселәр, кадеттар һәм уҡыусылар ҡатнаша. Миҙалдың номерын, көслө коррозияға ҡарамаҫтан, уҡырға мөмкин була. Шулай итеп хужаһының исемен билдәләйҙәр – Басир Рәхимов.
Башҡортостандан ул 1941 йылдың 23 июнендә фронтҡа саҡырыла. Награданы ул 1943 йылдың июнендә ала. Документтар буйынса, 1944 йылдың 18 июлендә Белосток өлкәһендә һәләк була һәм Загораны ауылында ерләнә. Әммә Миҙал Витебск янында табыла, тимәк, һалдат уны һуғышта иртәрәк юғалта.
Яугирҙың ейәнсәре Римма Ғәббәсова ғаиләлә һәр ваҡыт олатаһын иҫләүҙәре хаҡында һөйләне. Өләсәһе уны тыныс һәм көслө кеше тип һүрәтләй: ул тракторсы булып эшләй, ике бала тәрбиәләй. Римма Сабир ҡыҙы үҙе бала сағында йыш ҡына олатаһы һуғышҡан Беларуссияға барырға хыяллана. Хыялы тормошҡа ашты: миҙал яугирҙың өйөнә ҡайтты. Награданы республика Башлығы аша туғандарына тапшырҙылар.