Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль , 17:18

"Төньяҡ— Көньяҡ" коридоры ҙур мөмкинлектәр аса

Бөгөн баш ҡалала үткән “Төбәк-ара диалог: милли көс– төбәктәрҙең берҙәмлегендә”  бизнес- форумында  стратегик сессияларҙың береһе Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһындағы  “Төньяҡ – Көньяҡ”  транспорт коридорына арналды. Унда үҙәк тема – ике төбәктең логист мөмкинлектәрен берләштереү мәсьәләһе ҡаралды.   

"Төньяҡ— Көньяҡ" коридоры ҙур мөмкинлектәр аса"Төньяҡ— Көньяҡ" коридоры ҙур мөмкинлектәр аса
"Төньяҡ— Көньяҡ" коридоры ҙур мөмкинлектәр аса

 БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр  һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева осрашыуҙы асып, донъя баҙары тотороҡһоҙ шарттарҙа төбәктәргә яңы логистик ҡарарҙар эҙләү өсөн көстәрҙә берләштерергә кәрәклеген билдәләне. 2025 йыл республиканың тышҡы сауҙаһы өсөн ҡатмарлы йыл булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, тышҡы иҡтисади тауар әйләнешенең  2024 йылға ҡарағанда, 20 процентҡа кәмеүгә килтереүен әйтеп үтте.

  – Тап ошондай осорҙа кемдең үҙ урыны өсөн көрәшергә әҙер булыуы асыҡлана, – тине ул. –   Кемдер нимәлер көтөп туҡтап ҡалғанда башҡалар яңы юлын таба.  Беҙ үҙебеҙгә был юлды билдәләнек – ул перспективалы халыҡ-ара коридорҙарға күсеү, иң беренсе сиратта “Төньяҡ – Көньяҡ” маршрутына. 

 Башҡортостан “Төньяҡ – Көньяҡ” маршрутына берләшеү өсөн стратегик активтарға эйә. “Ағиҙел” йылға порт комплексы иң төп элементтарҙың береһе  була ала. Ул “йылға-диңгеҙ” класындағы караптарҙы ҡабул итергә һәләтле. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ағиҙел ҡалаһының инфраструктураһын үҫтереү буйынса “юл карта”һын раҫланы.  Был проектты тормошҡа ашырыу һәм Нефтекама – Ағиҙел тимер юлын реконструкциялау тимер юлы һәм автомобиль транспорты менән һыу юлдары аша йөктө күсереү буйынса төбәк-ара логистик хаб булдырырға мөмкинлек бирә.

   Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция министры Рөстәм Моратов  билдәләүенсә, Ағиҙел порты йөктәрҙе күсереүҙең иң көнсығыш нөктәһе булыуы ихтимал, был иһә логистик сығымдарҙы күпкә ҡыҫҡартырға булышлыҡ итәсәк. Уның әйтеүенсә, һыу юлы Ағиҙелде Балтика, Аҡ, Азов, Ҡара һәм Каспий  диңгеҙҙәре менән бәйләп, Урал-Волга буйы төбәгенә “Төньяҡ – Көньяҡ”  коридорына юл аса.

 Коридорҙың көнсығыш маршрутындағы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыусы Силәбе өлкәһе вәкилдәренең сығышы сарала ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Силәбе өлкәһенең халыҡ-ара хеҙмәттәшлек министры Дмитрий Глухарев “Көньяҡ Урал” сауҙа-логистик комплексының уңышлы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, төрлө предприятиеларҙан йөктәрҙе берләштереү һөҙөмтәһендә  йыйылма составтарҙы даими оҙатыу яйға һалынған һәм уларҙы Бендер-Аббас иран портына  алып барып еткереү  ваҡыты 9 көнгә тиклем ҡыҫҡарған.  Ул йөк ағымдарын берләштереүҙең ҙур потенциал булыуын билдәләне. Ведомство етәксеһе Силәбе өлкәһенең маршрут әҙерләүе һәм  был уңышты күбәйтергә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

   Осрашыуҙың йомғаҡлап, башҡорт яғы ғәмәли хеҙмәттәшлектең башланыуы тураһындағы аныҡ  тәҡдим индерҙе.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас