Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡунаҡтарҙы аэропортта ҡаршыланы.
Силәбеләр сәнәғәт һәм социаль объекттарҙа буласаҡ, ике төбәк вәкилдәре иҡтисади һәм инвестиция потенциалы буйынса презентация үткәрәсәк, эшлекле даирәлә лә осрашыуҙар күҙалланған.
Радий Хәбиров менән Алексей Текслер Республика кардиология үҙәгендә булды. Былтыр ғына бында яңы хирургия корпусы асылды, уның эшенә Рәсәй Президенты Влалимир Путин старт бирҙе.
Силәбе өлкәһе губернаторы медицина учреждениеһының мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
Радий Хәбиров журналистарға белдереүенсә, Силәбе өлкәһе менән төрлө йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Фото: БР Башлығы сайтынан.