«Воровайки " төркөмөнөң элекке солисы балалары сана шыуғанда һәләк була. Ырымбурҙың Подгородная Покровка ауылында булған фажиғәлә 9 йәшлек малайҙың һәм уның 21 йәшлек апаһының ғүмере өҙөлә. Уларҙың кәүҙәләрен 22 февралдә йырында табалар.
Билдәле булыуынса, Яна Павлованың балалары санала тейешһеҙ урында шыуған һәм текә тау битләүенән төшкән. «Краcный обрыв» тәбиғәт ҡомартҡыһы эргәһендәге битләү текә һәм ташлы булыуы менән билдәле.
Әлеге хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара.