

Башҡортостанда айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләнеүсе дүрт урындағы кеше ҡулға алынған. Адвокат, уның ҡатыны һәм ике танышы махсус хәрби операцияла һәләк булған ҡатнашыусы өсөн страховка түләүҙәрен урлағандар, тип хәбәр итә ФСБ-ның республика буйынса идаралығы.
РБК Өфө сығанағы мәғлүмәттәре буйынса, шикләнеүселәр - Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһының Учалы районы филиалы адвокаты А.К., уның ҡатыны һәм ике кеше.
2024 йылда юрист берәҙәкте таба, уны МХО-ла ҡатнашыу өсөн Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә күндерәләр. Фронтҡа ебәрер алдынан ирҙе адвокаттың танышына өйләндерәләр.
- 2025 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы вафат тип таныла, ә уның ялған ҡатыны федераль ҡаҙнанан 13,8 миллион һумдан ашыу суммаға страховка түләүҙәре һәм республика ҡаҙнаһынан 2 миллион һум ала. Күрһәтелгән түләүҙәрҙе енәйәт төркөмө ағзалары үҙ-ара бүлешкән, - тип белдерә Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы.
Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте мәғлүмәттәре нигеҙендә фигуранттарға ҡарата айырым ҙур күләмдә бер төркөм кешеләр тарафынан ҡылынған мутлашыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ике ир-ат һаҡ аҫтына алынған, ике ҡатын-ҡыҙға ҡайһы бер эшмәкәрлектәрҙе тыйыу кеүек иҫкәртеү сараһы һайлана.
Фото: УФСБ.