Март айында һиҙелерлек йылытасаҡ. «Фобос» үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә атлантик һауа ағымының көсәйеүе Рус тигеҙлегенә йылылыҡ килтерәсәк. Синоптиктар фаразлауынса, 1 мартҡа термометр бағанаһы нуль билдәһен үтәсәк. Шулай ҙа был һалҡындар булмай тигән һүҙ түгел. «Гисметео» порталы мәғлүмәтенә ярашлы, марттың тәүге яртыһында Башҡортостанда көндөҙ -3,-5 градусҡаса ҡырау төшөүе ихтимал. Республикаға ысын яҙғы йылы айҙың өсөнсө декадаһында ғына килеп, һауа температураһы +2,+3 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Март айының дөйөм фоны республикала климат нормаһынан (-5,1 градус) йылыраҡ булыуы көтөлә.
Белгестәр шулай уҡ оҙайлы тенденцияға иғтибар итә: төбәктә яҙ аяуһыҙ рәүештә иртәрәк ваҡытҡа күсә килә. Төп индикатор булып +8 градус температура билдәһен үтеү тора. Был иһә үҫемлектәрҙең әүҙем вегетация башланыуын һәм ысын йылылыҡ килеүен билдәләй. Әгәр элек был осор традицион рәүештә май башына тура килһә, һуңғы йылдарҙағы күҙәтеүҙәр тотороҡло үҙгәреште теркәй: майҙағы һауа торошо республикала апрелдең өсөнсө декадаһына тап килә башланы.