Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль , 07:30

Хыялдар тормошҡа аша

Әбйәлил районы Рауил ауылынан Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһендә яңы йыл мөғжизәләре дауам итә – 13 йәшлек Гөлфинә Рус баҡыр компанияһының хәйриә фондынан һәм "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән шәп бүләк алды.

Ҡыҙ үҙенең хыялын "Теләктәр шыршыһы" акцияһында ҡатнашып тормошҡа ашырҙы. Шунан нисек яңы йыл мөғжизәһенә ышанмайһың? Бына ул күптән көтөлгән велосипедта елдерергә әҙер!
Гөлфинә Йәрмөхәмәтова алтынсы класта белем ала. Ул бейергә ярата, ижади конкурстарҙа көсөн һынай. Гөлфинә район инвалидтар йәмғиәте концерттарында, төрлө фестивалдә даими ҡатнаша. Ул шулай уҡ бик матур итеп һүрәт төшөрә. 
Ҡыҙ башҡа балалар кеүек велосипедта йөрөргә күптән хыялланған, әммә һаулығы арҡаһында уға махсус өс тәгәрмәслеһе кәрәккән.
«Теләктәр шыршыһы» акцияһы буйынса РМК хәйриә фонды һәм «Салауат» компанияһы Гөлфинәгә тап ул хыялланған велосипедты бүләк итеүе ҡыҙҙың ғаиләһе өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды.
"Беҙ был акцияла икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Былтыр гитара бүләк иттеләр, – тип һөйләй Гөлфинәнең әсәһе Айгөл Йәрмөхәмәтова. – Беҙгә тағы ла бүләк менән килеүҙәре тураһында хәбәр иткәс, шатлыҡтың сиге булманы! Гөлфинә хәҙер түҙемһеҙлек менән йәйҙе көтә, велосипедтан төшмәй. Ҡыҙыбыҙҙың хыялын тормошҡа ашырған меценаттарға рәхмәтлебеҙ".
Йәрмөхәмәтовтар – күп балалы ғаилә. Гөлфинәнең апаһы Айгүзәл һәм һеңлеһе Нурзилә лә өс тәгәрмәсле дуҫ барлыҡҡа килеүенә бик шатлана. Өйҙә ысын мәғәнәһендә велокүнекмәләр бара. Шаян ҡыҙҙар йәйҙе лә көтмәйенсә өй буйлап йөрөй. Ысынлап теләһәң, хыялдар тормошҡа аша икән.

Әйткәндәй

Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылының логотибы раҫланды.
Ул республиканың һәм тотош илдең традицион нигеҙе булған ныҡлы һәм ишле ғаиләне кәүҙәләндерә.
 Тематик йылдың төп маҡсаты – ғаиләнең, ишле һәм дуҫ, күп балалы һәм быуынлы ғаиләләрҙең абруйын күтәреү.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас