

Кисә уның иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Таш һын Куприянова исемендәге аллеяның башында, Беренсе Май һәм Ульяновтар урамдары киҫелешендә урынлашҡан.
Сарала Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев та ҡатнашты.
Һәйкәл авторҙары - Х. Хәбибрахманов, С. Казаков (скульпторҙар), Д. Винкельман, Л. Селиверстова (архитекторҙар)
Әйткәндәй, Черниковск ҡалаһының баш архитекторы Маргарита Куприянова етәкселегендә Сталин проспектына (хәҙер - Беренсе Май) нигеҙ һалына, "восьмиэтажка"лар төҙөлә, ихаталар төҙөкләндерелә, "Победа" кинотеатры барлыҡҡа килә. Матур тарихи архитектура күргегеҙ килһә, шул биҫтәгә барығыҙ.
Фото: Город Уфа, вк