Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль , 21:10

Больничныйҙы МАХ аша ябыу уңайлы

  Башҡортостанда   MAX ярҙамында  поликлиникаға бармайынса ғына  7 053 ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы (больничный) ябылған. 

Больничныйҙы МАХ аша ябыу уңайлы
Больничныйҙы МАХ аша ябыу уңайлы

   БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика халҡы  ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын   ситтән тороп ябыу мөмкинлеген әүҙем файҙалана. Сервис   телемедицина нигеҙендә эшләй:табип видеобәйләнеш  ярҙамында пациенттың хәлен баһалай һәм ул һаулығына зарланмаһа, больничныйҙы яба.   Медицина тикшереүе үткәрергә кәрәк булған осраҡта белгес  пациентҡа  поликлиникаға килергә ҡуша.   

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас