Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраль , 15:58

Башҡынайын серетә икән төрмәлә

23 февраль төнөн һис ҡасан онотмаҫ 17 йәшлек ике үҫмер - береһе икенсеһенә бысаҡ менән сәнскән. Хәҙер һөжүм итеүсе - рәшәткә артында, зыян күреүсе тамыҙғыс аҫтында.

Башҡынайын серетә икән төрмәлә
Башҡынайын серетә икән төрмәлә

БР Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Күгәрсен районында тиҫтерен бысаҡ менән яралаған үҫмергә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Тәфтиш версияһы буйынса, ағымдағы йылдың 23 феврале төнөндә Күгәрсен районы ауылдарының береһендә урамда ике үҫмер араһында конфликт булған, уның барышында бер үҫмер 17 йәшлек оппонентына - ҡорһағына һәм ҡулына - бысаҡ менән сәнскән. Зыян күреүсе медицина учреждениеһына оҙатыла, унда уға кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелә.

Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уға һаҡлыҡ сараһын һайлау мәсьәләһе хәл ителә. Тәфтишселәр тарафынан суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнә, ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре башҡарыла.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас