Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Февраля , 10:37

Аҡса менән шашҡан тағы бер етәксе...

Тегендә лә урлашалар, бында ла, тигәндәй, йәнә бер етәксе, мәктәп директоры, ҡул аҫтындағыларҙы талаған: "Бына һиңә стимул түләүҙәре, шуның бер өлөшөн ысразу миңә".  Уҡытыусылар үтә байып китмәһен, тип тырышҡандыр.

Аҡса менән шашҡан тағы бер етәксе...Аҡса менән шашҡан тағы бер етәксе...
Аҡса менән шашҡан тағы бер етәксе...

Башпрокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, Благовещен районында мәктәптең элекке директоры ҡул аҫтындағыларҙан аҡса йыйғаны өсөн суд алдына баҫасаҡ:

- Благовещен район-ара прокуратураһы мәғариф ойошмаларының береһенең элекке директорына ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Ул үҙенең вазифаһы менән файҙаланып, мутлашыуҙа ғәйепләнә. Тикшереү версияһы буйынса, бер нисә йыл дауамында ҡатын, йәнәһе лә, уҡыу йорто ихтыяждары өсөн, 13 хеҙмәткәрҙән стимул түләүҙәренең бер өлөшөн үҙенә алып ятҡан. Уға бөтәһе 230 мең һумдан ашыу аҡса тапшырыла, ул уны үҙ ихтыяждарына тотона. Енәйәт эше Благовещен район судына ебәреләсәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас