Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраля , 09:12

Яңы цех асылды

Учалыла ҡыйыҡ өсөн гранулалар етештереү буйынса яңы цех асылды.

Яңы цех асылдыЯңы цех асылды
Яңы цех асылды

25 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында Учалыла "Технониколь" корпорацияһының "СтройМинерал" заводының ҡыйыҡ өсөн гранулалар сығарыу буйынса технологик линияһының эшен башлауға старт бирҙе. Сара Өфөлә барған "УралСтройИндустрия" халыҡ-ара форумы сиктәрендә үтте.

Яңы цехты һығылмалы черепицаның декоратив-һаҡлау ҡатламын етештереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшләй башланылар. Был аҙ ҡатлы төҙөлөш үҫешенә булышлыҡ итәсәк. "Технониколь" корпорацияһының перспективалы материалдарҙы эшләү йүнәлеше етәксеһе Алексей Алматов инвестиция проектына булышлыҡ иткәне өсөн төбәк етәксеһенә һәм республиканың идара итеү командаһына рәхмәт белдерҙе.

- Бөгөн беҙ цехты техник эшләтеп ебәрәбеҙ, ул бөтә етештереү комплексының мөһим элементтарының береһе булып тора. Төҙөлөш баҙарында ҡатнашыусыларҙың һәм ҡулланыусыларҙың барыһы ла матур һәм практик ҡыйыҡты лайыҡлы баһалар тип ышанам, - тине Алексей Алматов.

Башҡортостан Башлығы заводтың хеҙмәт коллективына уңыштар теләне.

- Был ҙур, көслө, ныҡлы предприятие. Беҙ коллегаларыбыҙ менән бергә республикала яңы заводтар асылыуына, уларҙың модернизацияланыуына, инвестицияларҙың артыуына шатланабыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/v-uchalah-zapustili-novyy-ceh-po-proizvodstvu-krovelnyh-granul-87137/

 

Яңы цех асылды
Яңы цех асылды
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас