Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраля , 12:25

Тәжрибә уртаҡлашыу – яҡшы эш

Башҡортостан ут күршеһенән ҡунаҡ ҡаршылай.

Тәжрибә уртаҡлашыу – яҡшы эшТәжрибә уртаҡлашыу – яҡшы эш
Тәжрибә уртаҡлашыу – яҡшы эш

Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә Силәбе өлкәһе вәкилдәре менән осрашыуҙар күҙалланған.

Бөгөн ике төбәктең йәмәғәтселәре БР Хөкүмәтенең Геральдика залында йыйылды. БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина менән Силәбе өлкәһе Йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Дейнеко былтырғы йыл йомғаҡтарын барлап, бай йөкмәткеле презентация үткәрҙе. Шулай уҡ профилле комиссиялар ағзалары ла эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.

Әхмәҙуллина белдереүенсә, беҙҙе иҡтисади, тарихи, мәҙәни бәйләнештәр берләштерә. Беҙ артабан МХО яугирҙарына булышлыҡ итеү буйынса ла бергә эшләйәсәкбеҙ, НКО-ларҙы үҫтереү буйынса ла уртаҡ фекерҙәр бар.

Дайнеко һүҙҙәренсә, ике яҡтың хеҙмәттәшлеге яңы кимәлгә сыға һәм ул Башҡортостан халҡы өсөн дә, Силәбе өлкәһе халҡы өсөн дә файҙалы буласаҡ.

Иртәгә, йәғни 26 февралдә, төбәктәрҙең йәмәғәт палаталары араһында килешеүгә ҡул ҡуйылыуы көтөлә.

Фото: БР Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Тәжрибә уртаҡлашыу – яҡшы эш
Тәжрибә уртаҡлашыу – яҡшы эш
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас