Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраля , 09:26

Үкенәлер ҙә, һуң шул!

Ейәнсуранан водитель ҡатын икенсегә эсеп тотолған. Иҫерек баштан үтә батырайып, машинаһын бирергә теләмәй, ныҡ ҡаршы торған икән, "батырлығын" суд "баһалаған". Ғүмеренең бер өлөшө колония-поселениела үтәсәк. Штраф - 1,5 миллион һум. 

Үкенәлер ҙә, һуң шул!Үкенәлер ҙә, һуң шул!
Үкенәлер ҙә, һуң шул!

Ейәнсура районында бер ҡатын иҫерек килеш руль артына ултырғаны һәм суд приставына ҡарата көс ҡулланған өсөн хөкөм ителде.

Күгәрсен район-ара суды урындағы ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм сығарҙы.

Ул транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеп тә, ҡабаттан иҫерек килеш автомобиль йөрөтөүҙә, шулай уҡ власть вәкиленә ҡарата һаулыҡ өсөн хәүефле булмаған көс ҡулланыуҙа ғәйепле тип табыла.

Судта билдәләүҙәренсә, уҙған йылдың авгусында ҡатын иҫерек килеш "Киа Рио" маркалы автомобиль менән идара иткән. Быға тиклем ошоға оҡшаш ғәмәле өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылған ҡатынды Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан.

Водитель тотолғандан һуң тикшереү күрһәтеүенсә, үрҙә күрһәтелгән автомобиль суд приставтары ҡарары буйынса эҙләнеүҙә торған. Приставтар килгәс, транспорт сараһы водителе уларҙың законлы эшмәкәрлегенә ҡамасаулай, вазифалы кешенең ҡулын тырнай, шулай уҡ түшенә бер нисә тапҡыр һуға.

Суд уны 2 йыл да 4 айға иркенән мәхрүм итә (колония-поселениела ултырасаҡ). Өс йыл машина йөрөтөүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү ҙә тыйыла уға. Төп яза балаһы 14 йәшкә еткәнсе кисектерелгән.

Бынан тыш, машинаның 1,5 миллион һумдан ашыу хаҡы дәүләт килеменә конфискациялана.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас