

“Ауылыбыҙҙың думбырҙар араһы килендәре, ҡыҙҙары һәм ирекмән ҡыҙҙарым яугирҙар өсөн 43 банка ит быҡтырҙы, сөсө икмәк, сәк-сәк, бауырһаҡ бешерҙе. Ошо күстәнәстәрҙе яугирҙарыбыҙ алып ашап, өй йылыһын тойоп, имен-һау әйләнеп ҡайтһындар! Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!”– тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә клуб мөдире Зәбирә Йәғәфәр ҡыҙы.
Фото:социаль селтәрҙәрҙә.