Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ — республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүе билдәһе, йәшел төҫ азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы.
Фото: Т. Аманов