Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраля , 04:15

«AY YOLA» йәнә тәүгеләр рәтендә!

«AY YOLA» төркөмө менән Алсу  ҡатнашлығындағы клип 2 миллион тапҡыр ҡаралған.

«AY YOLA» йәнә тәүгеләр рәтендә!«AY YOLA» йәнә тәүгеләр рәтендә!
«AY YOLA» йәнә тәүгеләр рәтендә!

Башҡорт халҡының милли сағылышын сағылдырған  клип тәүге көнөндә үк юғары урындарға күтәрелеп, Рәсәйҙең музыкаль трендтарына ингән. Унда Алсу һәм «AY YOLA» солисткаһы Адель Шәйхитдинова стилләштерелгән башҡорт костюмында, ә Ринат Рамаҙанов  йылҡы өйөрө араһында (1500 ат) ҡурайҙа уйнай. Тамашасыларҙы иң ҡыҙыҡһындырғаны: клиптағы аттар ысынмы, әллә яһалма интеллект ярҙамында эшләнгәнме?

Билдәле булыуынса, иҫ киткес кадрҙар Иглин районында  төшөрөлгән, ҡайһы берҙәре — «Өфө муйынсағы»нда.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас