Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль , 15:10

Ҡайҙа буласаҡ был фидлот? Ә фидлот нимә?

Иглин районының Ҡалтыман ауылында ҙур һәм заманса ферма төҙөлә. 

Ҡайҙа буласаҡ был фидлот? Ә фидлот нимә?
Ҡайҙа буласаҡ был фидлот? Ә фидлот нимә?

Фидлот, тиҙәр был комплексты. Үҙебеҙсә аңлатҡанда (эйе, ниңә беҙгә инглизсә әйтеү?), махсуслаштырылған мал һимертеү фермаһы була инде. Уңайлы һарайҙа 800 баш мал аҫраласаҡ.

“Ҡалтыман” ауыл хужалығы предприятиеһында яңы инвестиция проектының беренсе сираты ғәмәлгә ашырыла.

Уңайлыҡтар:

Ферманың майҙаны – 21 600 м²

Иҙәне бетондан иркен лапаҫ – 3600 м²

Ашатыу өсөн махсус “өҫтәл” – 1000 м²

Ышаныслы һуғарыу ҡорамалы (һыу йылытыла)

Биләмә бүлеп кәртәләнгән

Был проекты “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты маҡсаттарына тура килә.

Әйткәндәй, “Ҡалтыман” ауыл хужалығы предприятиеһы 2011 йылдан эшләй, унда биш малсылыҡ бинаһы, ике һимертеү фермаһы һәм 275 баш һауын һыйыр бар.

Фото: Администрация Главы Республики Башкортостан, вк

 

Ҡайҙа буласаҡ был фидлот? Ә фидлот нимә?
Ҡайҙа буласаҡ был фидлот? Ә фидлот нимә?
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас