Популяр йырсы Гөлназ Асаева социаль селтәрендә аноним һорауҙарға асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе. Бында уға ире Вилдан менән айырылышырға йыйыныуы хаҡында ла һорау бирҙеләр.
Татар һәм башҡорт эстрадаһы «йондоҙо» мөнәсәбәттәре көрсөк кисергән парҙарға нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында ла кәңәш бирҙе. Уның фекеренсә, айырым йәшәргә тырышырға кәрәк, әммә ул үҙенең бындай эштә тәжрибәле кәңәшсе була алмауын да әйтте.
– Мин шәхси мөнәсәбәттәрҙә кәңәшсе була алмайым.
Әммә мөнәсәбәттәрҙә көрсөк булғанда, айырым йәшәргә тырышығыҙ, – тип яҙа йырсы.
Бынан тыш, Асаева элекке никахтан балаһы булған кеше менән мөнәсәбәттәр төҙөргә теләмәүе хаҡында ла әйтеп үтә. Шулай уҡ ул әле генә ире менән икенсе бала табырға йыйынмауын хәбәр итә.
Күптән түгел генә, Ғашиҡтар көнөндә, «йондоҙ»ло пар бергә төшкән фотоларын баҫтырып сығарҙы. Уларҙа Гөлназ менән Вилдан бик бәхетле күренә һәм мөнәсәбәттәрҙә көрсөк юҡ кеүек.