Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль , 16:38

"Алтын"дан - баҡырға

"Алтын" гаишникка суд хөкөм ҡарарын сығарҙы - 18 йыл да 6 ай. Башҡаларға ла хөкөм ҡарары бик ҡаты.

"Алтын"дан - баҡырға
"Алтын"дан - баҡырға

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның элекке МРЭО начальнигы Илдус Шәйбәков бер нисә статья буйынса ғәйепле тип таныла (хеҙмәт вазифаһын файҙаланып, енәйәтселек берләшмәһен ойоштороу һәм унда ҡатнашыу; ойошҡан төркөм составында вазифалы кеше тарафынан байтаҡ күләмдә ришүәт алыу; ришүәт алырға маташыу; вазифа вәкәләттәрен арттырыу). Ул ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 18 йыл 6 айға иркенән мәхрүм ителде. Суд подполковникты дәрәжәһенән мәхрүм итте, ике ярым миллион штраф һалды һәм туғыҙ йылға органдарҙа эшләүҙе тыйҙы.

Ҡалған ете хөкөм ителеүсе 12 йылдан алып 17 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителде. Һәр береһенә 300 мең һумдан алып 2 миллион һумға тиклем штраф һалынды.

Уларҙы суд залында һаҡ аҫтына алдылар.

Күҙәтеү саралары сиктәрендә республика прокуратураһы тарафынан МРЭО етәксеһе һәм уның урынбаҫары тарафынан раҫланмаған килемгә ҡиммәтле мөлкәт һатып алыу факттары асыҡланған. Ошоноң менән бәйле, судтар прокуратураның 45 миллион һумдан ашыу суммаға күрһәтелгән кешеләрҙең мөлкәтен һәм аҡсаларын дәүләткә күсереү тураһындағы дәғүәләрен ҡәнәғәтләндерә. Республика прокуратураһының башҡа дәүләт органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүе һөҙөмтәһендә 7 күсемһеҙ милек объекты һәм транспорт саралары федераль ҡаҙнаға тапшырылған.

Фото: https://web.max.ru/-70853137544481

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас