Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Февраль , 15:25

Аҡҡоштоң хәле нисек?

“Ҡандракүл” тәбиғәт паркы биләмәһендә булған хәл.

Аҡҡоштоң хәле нисек?
Аҡҡоштоң хәле нисек?

2025 йылдың 10 декабрендә, үҙенең тыуған көнөндә, бер ир-егет күлдә ҡанаты ҡайырылған аҡҡоошто күреп ҡала. Эй, йәлләй ҡошто миһырбанлы кеше – уға ярҙам итеү өсөн саҡ тотоп ала. Тота ла өйөнә алып ҡайта.

Гөлфирә Ғәбиҙуллина улының табышына битараф ҡалмай, әлбиттә. Аҡҡошҡа Кеша тип исем бирәләр. Хужабикә уны бик матур ҡарай. Беҙҙең халыҡта аҫраған малға, ҡош-ҡортҡа айырым бер иғтибар бар бит. Тәбиғәт паркы инспекторҙары ла аҡҡоштоң ваҡытлыса төйәгенә килеп йөрөй. Ошо көндәрҙә ашлыҡ ҡалдырғандар. Гөлфирә апай унан махсус фураж әҙерләй. Ҡош та яратып ашай. Ул инде нығынған, көр күренә. Тиҙҙән, яҙ еткәс, уны иреккә сығарасаҡтар.

“Ҡандракүл” паркы Гөлфирә Зариф ҡыҙына һәм уның улына рәхмәтле. Шундай мәрхәмәтле кешеләр барҙа тормош та матурыраҡ.

Әйткәндәй, былтыр октябрҙә күл буйында йәшәүселәр йылы яҡҡа юлланған аҡҡош көтөүенең һыуларға төшөүен һөйләгәйне (беҙ был турала яҙҙыҡ: Иҫ киткес күренеш!). Моғайын, шул ваҡытта йәрәхәтләнеп ҡалған аҡҡоштор был. Ҡәрҙәштәре менән осрашырға яҙһын инде уға!

Сығанаҡ һәм фото: www.bashkortostan.ru

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Аҡҡоштоң хәле нисек?
Аҡҡоштоң хәле нисек?
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас