

Йәғни, ауырыуҙы һүҙҙең ялғауына ҡарап, бер аҙ төҫмөрләп була. Мәҫәлән, доктор диагнозды билдәләгәндә, “ит” ялғауы менән тамамланған һүҙҙе ҡулланған икән, тимәк, организмда ниндәйҙер ялҡынһыныу процесы бара, тигән һүҙ. Әйтәйек, аппендицит, гастрит, дерматит, артрит һ.б. Шулай уҡ мастит, стоматит, бронхит, холецистит, панкреатит, простатит, менингит та ошо уҡ категорияға ҡарай.
Әгәр табиптың яҙмаларында “оз” һәм “ез” тип тамамланған һүҙҙәрҙе айыра алһағыҙ, һеҙҙең организмда ниндәйҙер кәрәкмәгән әйберҙәрҙең артыуы йәиһә кәмеүе тураһында һүҙ бара тип аңларға кәрәк. Мәҫәлән, артроз, сальмонеллез, поликистоз, лейкоз.
Ауырыуҙың исеме “ома”ға тамамланһа, был иһә организмда ниндәйҙер шеш булыуын аңлата. Һүҙ яман шеш тураһында түгел, ә һаулыҡ өсөн артыҡ ҙур хәүефе булмаған шештәр күҙ уңында тотола. Әйтәйек гемотома, липома, миома, папиллома, аденома…
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.