"Рекрут" тигән программа хаҡында ишеткәнһегеҙҙер. Элекке ир менән ҡатын (береһе пристав, икенсеһе ҡала хакимиәтендә эш башҡарыусы булып эшләгән) бер ир-егеттең үҙ ирке менән МХО-ға барырға теләүен белгәс, йәһәт кенә документтар төҙөй ҙә, 50 мең һум аҡса ала. Ярай ҙа прокуратура белеп ҡалып, уларҙың алама ғәмәлен фашлай.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, былтыр ноябрҙә суд приставы һәм уның коллегаһы, урындағы кешенең хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөргә теләк белдергәнен белеп, бының өсөн "Рекрут" программаһында ҡаралған дәүләт ярҙамы сараһын алырға ҡарар итә.
Уларҙың береһе Күмертау ҡала хакимиәтендә эш башҡарыусы булып эшләгән элекке ҡатынына тейешле документтар төҙөп, муниципалитетҡа ебәрергә тәҡдим итә, һәм ул ризалаша.
Был ғәмәлде тормошҡа ашырғас, ҡатын 50 мең һум аҡса ала, уны үҙенең енәйәтселәре менән бүлешә.
Прокуратура тикшереү материалдарын енәйәт эҙәрлекләү мәсьәләһен хәл итеү өсөн алдан тикшереү органына ебәрә. Уларҙы ҡарау һөҙөмтәләре буйынса "Мутлыҡ" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла, тикшереү барышы һәм һөҙөмтәләре контролдә тотола.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.