Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль , 13:40

Радий Хәбиров: “Ауыр һәм аңлашылмаған хәл”

Башҡортостан Башлығы республиканың мәҙәниәт министрын ҡулға алыуға ҡарата фекерен белдерҙе.

Радий Хәбиров: “Ауыр һәм аңлашылмаған хәл”
Радий Хәбиров: “Ауыр һәм аңлашылмаған хәл”

Ишеткәнһегеҙҙер, Әминә Шафиҡованы Мәскәүҙең Басман суды 17 апрелгә тиклем һаҡ аҫтында ҡалдырыу ҡарарын сығарҙы.

Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә ошо хәлгә ҡарата былай тине:

– Уны тәртипле кеше, һөҙөмтәле министр булараҡ беләм. Уның эшләү дәүерендә мәҙәниәтебеҙ сәскә атты. Әлеге күренеш минең өсөн ауыр һәм аңлашылмаған хәл-торош. Мин һәр саҡ тикшереү нимә күрһәтеүҙән, суд ниндәй ҡарар ҡабул итеүҙән сығып эш итәм. Әммә бәлиғ булмаған балалы ҡатынды ҡулға алыуҙы аңлап етмәйем, - тине Радий Фәрит улы.

Ул был аҙнала министр вазифаһын башҡарыусы буйынса тәҡдим көтөүен әйтте. Шулай уҡ Шафиҡованың ғаиләһе менән бәйләнешкә сығып, ярҙам кәрәк-кәрәкмәүен һорашырға ҡушты.

- Мин ходатайствоға ҡул ҡуйырға әҙер, - тине БР Башлығы.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

 

 

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас