

Бәхеткә күрә, скульптура зыян күрмәй. Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн иртәнсәк була, ул «Уфанет» камералары күҙәтеүенә эләгә. Видеояҙманан күренеүенсә, тәүҙә Subaru водителе тиҙлектә Киров-Ленин киҫелешен «ҡыҙыл»ға үтә. Артабан ул тура юлдан сығып китә һәм, тиҙлеген кәметмәйенсә, Мостай Кәрим һәйкәленең гранит нигеҙенә бәрелә.
Билдәләп үтергә кәрәк, авария алдынан бер нисә метр алыҫлыҡта ҡатын юл аша сығып өлгөрә. Ҡала буйынса дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, водитель 2004 йылда иҫерек килеш автомобиль менән идара иткән өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән була.