Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль , 13:10

Март ниндәй буласаҡ?

Белгестәрҙән фараз бар.

Март ниндәй буласаҡ?Март ниндәй буласаҡ?
Март ниндәй буласаҡ?

Күҙалланыуынса, яҙ иртә киләсәк. Һауа температураһы климатик норманан юғарыраҡ көтөлә.

Марттың тәүге яртыһында уҡ температура +5 градусҡа тиклем күтәрелгән көндәр буласаҡ. Ә икенсе яртыһында, әкренләп йылына барып (20 марттан +6, 23-нән +8 градус), көндөҙ +9 градусҡа тиклем үк күтәрелеүе ихтимал. Ай аҙағында, шулай итеп, нулдән юғары күрһәткес нығына, йәғни, көндөҙ нулдән түбән булмаҫ, тиҙәр.

Ай башында бер аҙ яуым-төшөм фаразлана. Марттың икенсе яртыһында ҡояшлы көндәр күберәк буласаҡ.

Байрамда, 7 – 9 мартта, көндөҙ 0 градус, төндә –5 градус булыуы күҙаллана.

Фото: автор фотоһы.

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас