

Үксә тибенгеһен алыу буйынса операция бик ҡатмарлы, шуға күрә һирәк осраҡта ғына уны эшләйҙәр. Төп дауалау консерватив ысул менән башҡарыла. Шулай халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән ысулдар ҙа ярҙам итеүе ихтимал. Үксәлә бындай шеш булғанда ҡаты табанлы аяҡ кейеме кейеү тыйыла.
* 3 л эҫе һыуға 1 ҡалаҡ сода һәм 8–10 тамсы йод ҡушып, ванна әҙерләргә лә, аяҡтарҙы 10 минут тирәһе шул һыуға тығып ултырырға. Һуңынан яҡшы итеп ҡоротоп, ауыртҡан урындарына 5 процентлы йод, иртәнсәк вазелин һөртөргә онотмағыҙ. Бындай ваннаны өс көнгә бер тапҡыр эшләргә кәрәк.
* Яңы ғына өҙөлгән һарымһаҡ менән һуғанды бутҡа итеп иҙеп, шешеккә йәиһә үксә тибенгеһенә бинт һәм лейкопластырь менән нығытып, 3-4 сәғәткә бәйләп ҡуйырға. Быны көн һайын эшләргә мөмкин. Әсеттерә башлаһа, мотлаҡ сисергә.
* Шулай уҡ аяҡтың ауыртҡан урынына кәбеҫтә япрағы ябырға була.
* Атлағанда ауыртмаһын өсөн үксә тибенгеһенә фольга киҫәге һалырға мөмкин. Бынан тыш төнгөлөккә йомшартылған прополистан компресс эшләргә һәм һуңынан ҡоро бинт менән бәйләп ҡуйырға кәңәш ителә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.