Нимә этәргәндер ҡатынды ҡурҡыныс енәйәткә, аныҡ ҡына билдәле түгел. Судтың матбуғат хеҙмәте ҡоро һәм ҡыҫҡа факт менән генә бүлешә:
- Калинин район суды улын үлтереүҙә ғәйепләнгән 68 йәшлек Өфөлә йәшәүсе ҡатынға ҡарата енәйәт эшен ҡараны. Хөкөм ителеүсе улы менән бергә фатирҙа була. Бер мәлдә ул аңлы рәүештә, көтмәгәндә барлыҡҡа килгән шәхси дошманлыҡ мөнәсәбәттәре нигеҙендә, бысаҡ алып, уның күкрәгенә һәм арҡаһына ике тапҡырҙан да кәм булмағанса сәнсә. Ир енәйәт урынында вафат була. Хөкөм ителеүсе өлөшләтә ғәйепле булыуын таный. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылған өсөн дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында алты йыл ике айға иркенән мәхрүм ителә. Хөкөм ҡарары закон көсөнә инмәгән әле.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.