Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Февраль , 11:11

Эй, Аллам, 31 кеше янып үлгән!

Байрам фажиғәләр менән тамамланған.

Эй, Аллам, 31 кеше янып үлгән!
Эй, Аллам, 31 кеше янып үлгән!

23 февралдә төндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында биш ҡатлы йорттоң икенсе ҡатындағы бер бүлмәлә йорт мөлкәте яна. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре утты һүндерә һәм янғындың хәүефле факторҙары йоғонтоһо зонаһынан оло йәштәге ирҙе ҡотҡара, ул термик тән яныуы менән урындағы дауахананың реанимация бүлегенә оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 71 йәшлек ир дауаханала вафат була.

Янғын сәбәптәре һәм ваҡиғаның шарттары тикшерелә.

Байрам һәм ял көндәрендә республикала янғындарҙа 4 кеше һәләк булған, 5 кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған.

Йыл башынан алып Башҡортостанда бөтәһе 654 янғын теркәлгән, уларҙа 31 кеше һәләк булған, 27-һе йәрәхәтләнгән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

- түшәктә тәмәке тартыу йыш ҡына янғынға килтерә, бигерәк тә тәмәкесе иҫерек хәлдә булһа;

- янғын һүндереүсе сигнализация ҡуйығыҙ, ул төтөндөң тәүге билдәһендә үк көслө тауыш менән янғын тураһында иҫкәртә һәм хатта йоҡлап ятҡан кешене лә уята ала.

Фото: МЧС РБ.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас