– Тормошомдағы барлыҡ яҡшылыҡтар – йәнәшәмдәге кешеләр, балалар, миңә бирелгән мөмкинлектәр өсөн Хоҙайыма торған һайын рәхмәтлемен. Ҡайһы берҙә туҡтайым да уйлайым: шөкөр, күп нәмәм бар инде. Беҙ һәр саҡ был хаҡта иҫтә тотһаҡ һәм рәхмәтле булһаҡ ине. Сөнки рәхмәт әйтеү йөрәкте таҙарта һәм яҡтылыҡты арттыра. Изге Рамаҙан етеү менән мин Ҡөрьәнде уҡып сығыу теләген тойҙом – уны күҙҙәрем менән генә түгел, йөрәгем менән уҡыу. Һеҙҙең менән үҙемдең тойғоларымды бүлешкем килде. Был ай эске таҙарыныу һәм Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу осоро булһын, – ти Алһыу.