

Башҡортостан намыҫын Рәсәй кимәлендә яҡлаған Азалия Латипова Баҡалы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә. Ул бер нисә ярышта булырға өлгөргән һәм бик яҡшы үҫеш күрһәтә. 2024 йылда Рәсәй беренселегендә ул 12-се урын алһа, былтыр 4-се урынды яуланы, быйыл инде еңеүсе лә булды!
Гер спортында 63 кг-ға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Азалия бик яҡшы әҙерлек күрһәткән. 24 килолыҡ гер менән "ынтылыш" күнегеүендә 111 тапҡыр күтәргән һәм үҙенең шәхси рекордын 11 балға арттырған. Афарин!
Азалия был ярышта спорт мастерлығына кандидат статусын уңышлы раҫлаған. Рәсәйҙең спорт мастерына тиклем уға 15 мәрәй генә ҡалған. Уға ла өлгәшер уңған ҡыҙ!
Тиҙҙән Азалия Рәсәй йыйылма командаһы составында ил намыҫын яҡлаясаҡ - донъя беренселеге апрелдә Бешкәктә (Ҡырғыҙстан) була.
Фото: Администрация Бакалинского района, Контента | Инфоповод