Һәр кешегә Рамаҙанда,
Аллаһ бирһен дәрт-ҡеүәт.
Изге булһын уйҙарыбыҙ,
Һәм ҡылған һәр бер ниәт.
Күңел тыныслығы менән,
Ураҙалар тотайыҡ!
Яҡты уйҙар менән генә,
Доғаларҙы ҡылайыҡ!
Аҡлыҡ -сафлыҡ менән балҡып,
Килеп етте Рамаҙан.
Ошо ай бит иң изгеһе,
Һәм хәйерле мең айҙан.
Аллаһ тарафынан төшкән,
Ҡөрьән -Ислам динендә.
Ошо Рамаҙан айының,
Изге Ҡәҙер төнөндә.
Рамаҙандың Ҡәҙер төнө,
Доғалар ҡабул була.
Таҙарына йөрәктәр ҙә,
Гонаһтар ҙа юйыла.
Ғибәҙәт ҡылыу хәйерле,
Ғибәҙҙәттәр ҡылайыҡ!
Көнөн- төнөн ошо айҙа,
Доғаларҙа булайыҡ!
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)