Бөгөн, 23 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Сәскәләр һалыу тантанаһында хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы депутаттары һәм почетлы ҡунаҡтар ҡатнаша.
Фото: Башинформ.