Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Февраль , 12:26

"Нур"ҙан изгелек нурҙары!

Республика табибы алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙы ҡотҡара 

"Нур"ҙан изгелек нурҙары!
"Нур"ҙан изгелек нурҙары!

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аҡ халатлы герой хаҡында яҙҙы:

- Ватанды һаҡлаусылар көнөндә беҙ ысын герой тураһында һөйләргә теләйбеҙ - "Нур" позывнойлы табип үҙенең ғүмерен медицинаға бағышлап ҡына ҡалманы, ә хәрби операция зонаһына барып, ысын батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһөн күрһәтте.

1998 йылдан Республика клиник фтизиопульмонология үҙәгендә табип-рентгенолог булып эшләй.
2022 йылдың йәйендә ул махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар итә, яралы яугирҙарға ярҙам күрһәтә.

- Беҙҙең бригада беренсе хирургик ярҙам менән шөғөлләнә. Яраларҙы тегәбеҙ, ҡан ағыуҙы туҡтатабыҙ һәм артабан Рәсәй госпиталдәренә эвакуациялау өсөн яугирҙарҙың хәлен тотороҡландырабыҙ, - тип бүлешә табип.

Бөгөн беҙ бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәбеҙ, улар, "Нур" кеүек, башҡаларҙы ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Уларҙың фиҙаҡәрлеге һәм батырлығы барыбыҙҙы ла илһамландыра. Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Фото: https://web.telegram.org/k/#@minzdravrb

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас