- Ватанды һаҡлаусылар көнө менән бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, ветерандарҙы, Ватаныбыҙға хеҙмәт иткән һәм хеҙмәт итеүсе бөтәһен дә ҡотлайым, - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә Радий Хәбиров. - Республика халҡы һәр ваҡыт хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Яҡташтарыбыҙ бөйөк Рәсәй сиктәрен һаҡлаусы ғәйәт ҙур армияның бер өлөшө булды һәм булып ҡала.
Ватанды һаҡлаусылар көнө - быуындарҙы берләштергән байрам. Беҙ илебеҙ һәм хәрбиҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Һәләк булғандар өсөн ҡайғырабыҙ, ил тарихында мәңгелеккә яҙылған батырлыҡтарын иҫкә алабыҙ.
Геройҙарға мәңгелек хәтер һәм мәңгелек дан. Алғы һыҙыҡта булғандарға тиҙ арала ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Еңеү менән өйҙә көтәбеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.