

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған ата-бабаларыбыҙҙы ла, бөгөн МХО-ла ҡатнашҡандарҙы ла иҫкә ала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, төбәк илебеҙҙе яҡлаған һәр кемде хәтерләй.
- Минең быуын - афған, ә кесерәк быуын чечен һуғыштарында, хәҙер егеттәребеҙ махсус хәрби операцияла һуғыша. Әлбиттә, был дөйөм байрам. Был бөйөклөк, ғорурлыҡ байрамы ла, ҡайғы көнө лә. <...> Был, моғайын, беҙҙең иң мөһим байрамыбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров "Башинформ" агентлығы журналисына биргән интервьюһында.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе Ватанды һаҡлаусыларға төп теләген белдерҙе.
"Минең улар өсөн бер генә теләгем бар: иҫән-һау, зыян күрмәйенсә, еңеү менән ҡайтығыҙ", - тине Башҡортостан Башлығы.
Фото: Башинформ.